Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 17:20

900 мең һум кредит алып, бурысҡа батҡан

Интерет селтәрендә криптовалюта һатып алып, аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында видеояҙма ҡарағандан һуң башлана бөтәһе лә. «Эш биреүселәр» яңы клиент менән бәйләнешкә инеп, 700 мең аҡса талап итә. Егет күп уйлап тормай, был сумманы банктан кредитҡа алып, күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла 196 мең һум аҡса күсереүҙе һорап шылтыраталар. Йәш кеше кредит картаһын да ҡулланырға мәэжбүр була.

Нефтекама ҡалаһынан 27 йәшлек егет «еңел аҡса» артынан ҡыуып, бурысҡа батҡан.
Интерет селтәрендә криптовалюта һатып алып, аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында видеояҙма ҡарағандан һуң башлана бөтәһе лә. «Эш биреүселәр» яңы клиент менән бәйләнешкә инеп, 700 мең аҡса талап итә. Егет күп уйлап тормай, был сумманы банктан кредитҡа алып, күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Күпмелер ваҡыттан һуң тағы ла 196 мең һум аҡса күсереүҙе һорап шылтыраталар. Йәш кеше кредит картаһын да ҡулланырға мәэжбүр була.
Өсөнсө шылтыратыуҙан һуң биткоиндар һатып алыусы был схемала ҡатнашыуҙан баш тарта һәм индергән аҡсаларын кире алырға теләүе хаҡында белдерә. Шул ваҡыт уға индергән аҡсаларын кире алыу өсөн тағы ла 300 мең һум аҡса күсерергә ҡушалар, юғиһә бөтә сумма юҡҡа сығасаҡ, тип тә ҡурҡыталар. Һөҙөмтәлә ул полицияға мөрәжәғәт итергә ҡарар итә. Әле тикшереү эштәре бара.
Читайте нас: