Башҡорт халҡында яҡшы ғәҙәткә инеп киткән байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе. Байрам ноябрҙә, көндәр һалҡынайғас, үткәрелә. Уның үҙенә генә хас тәртибе һәм йолаһы бар. Өмәлә кешеләр бер-береһе менән яҡынданыраҡ аралаша, күңел аса.
Ауыл ерендә күп ғаиләләр оя-оя ҡаҙ үҫтерә. Яҙ сыҡҡан бәпкәләр көҙгә оло ҡаҙҙарға тиңләшә. Шул ваҡытта хужа йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыра. Байрамса кейенгән йәштәр, шаян һүҙҙәр һөйләй, күңелле йырҙар көйләй, ҡаҙ йолҡа. Унан ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға йәки күлгә барып йыуа. Бында ла йыр-моң яңғырап тора. Кис байрамда ҡатнашыусылар өсөн ҡаҙ ите бешә, ҡаҙ майына, танауҙы ҡытыҡлап, ҡоймаҡ ҡойола. Уйын – көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үткәрелә.
Халҡыбыҙ яҙғы эштәрҙе бөтөргәс һабантуй үткәрә. Ә ҡаҙ өмәһе – көҙгө эштәрҙе бөтөргәс үткәрелә торған байрам. Байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ, тәүге ҡар. Матур тормош, яҡты көн байрамы ул ҡаҙ өмәһе.
23 ноябрь Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылында йәшәүсе Дим һәм Эльвина Ғариповтарҙың ғаиләһендә күңелле итеп йырлап-бейеп "Ҡаҙ өмәһҽ” уҙҙы. Сарала хужаларҙың туған-тыумасаһы, клубта эшләп килгән “Умырзая” фольклор коллективы ҡатнашты. Ғаилә башлығы Себерҙә вахта ысулы менән эшләһә, Эльвина мәктәптә кейеҙ менән эшләү буйынса түңәрәк алып бара. Ғаиләләрендә ике бала тәрбиәләнә, Камилла һәм Ислам балалар баҡсаһына йөрөй. Ғариповтар йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт үҫтерә, шулай уҡ ишле мал-тыуар ҡарай.