Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 17:30

Бүре өйөрө юлға сыҡҡан

Бүреләр – ҡыйыу һәм ҡанһыҙ йыртҡыстар. Тәбиғәттең ошо миҙгеле улар өсөн дә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, һалҡын осорҙа туҡланыу ауырлаша. Уларҙың, һунар эҙләп йөрөгәндә, ҡурҡыуын онотоп, юлдарға сығыуы, ауылдарға ла килеүе ихтимал.

Һеҙгә тәҡдим иткән видеояҙма ошо көндәрҙә төшөрөлгән. Күҙаллауыбыҙса, видеоның авторҙары – Башҡортостандың Ҡыйғы районынан Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһына китеп барыусы ир-аттар. Улар иҫ киткес күренештең шаһиты булған: ҡырпаҡ ҡарлы юлдарында бер түгел, дүрт бүре осраған! Күреүебеҙсә, йыртҡыстарҙың кәйефе шәп, үҙ-ара уйнаҡлашып бара бирәләр. Кешеләрҙән һәм автомобилдән ҡурҡҡанға оҡшамағандар. Матур ҙа, хәүефле лә тәбиғәт күренеше! Нисек кенә булмаһын, йөрөгән юлдарыбыҙҙа бүреләрҙең осрамауы хәйерле..
Читайте нас: