Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 11:45

БАЛАЛАРҘЫҢ ҺАУЛЫҒЫ ТУҠЛАНЫУҒА БӘЙЛЕ

Һөт кухняһы алты айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы урындағы сеймалдан етештерелгән сифатлы ризыҡтар менән бушлай тәьмин итәсәк. Нефтекаманан тыш, һөт ашамлыҡтарын Ағиҙел ҡалаһы, Дүртөйлө, Яңауыл, Бөрө райондары балалары ла аласаҡ.

- Бөгөн беҙҙә ысын мәғәнәһендә әһәмиәтле ваҡиға. Беҙ әүәлге яҡшы йолаларҙы тергеҙәбеҙ, сөнки балаларҙың һаулығы, тәү сиратта, уларҙың туҡланыуына бәйле. Бында дүрт төрлө һөт ризығы сығарыласаҡ. Улар алты айлыҡ сабыйҙарға ла тәғәйенләнә, – тине Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
Ведомство етәксеһе ошо иҫтәлекле ваҡиғаға ҡатнашлығы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
- Республика Башлығы Радий Фәрит улы һөт кухнялары селтәрен тергеҙергә ниәтләгәс, күп кенә коммерция ойошмалары унда ҡатнашыу теләген белдергәйне. Ләкин техник бурыстар һәм тәғәйен ваҡыт билдәләнгәс, күптәр баш тартты. Беҙ эште Башҡортостан Хөкүмәте, Нефтекама хакимиәте, һөт кухняһы хеҙмәткәрҙәре, дәүләт комитеты тырышлығы менән биш ай эсендә атҡарып сыҡтыҡ, – тине Алексей Гусев.
Читайте нас: