Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 12:30

Хеҙмәттән йәм, тормоштан дәрт табып

Республиканың төньяҡ-көнсығышында, үҙенең ғәжәп тәбиғәте, бай тарихы һәм рухи мәҙәниәте менән дан тотҡан йәмле урында, урынлашҡан Мәсетле районы. Һуңғы йылдарҙа төбәк халҡы тыуған яҡтың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереп, ныҡышмалылыҡ менән район тормошон яҡшырта.

Уңған халыҡ йәшәй бында.

Республиканың төньяҡ-көнсығышында, үҙенең ғәжәп тәбиғәте, бай тарихы һәм рухи мәҙәниәте менән дан тотҡан йәмле урында, урынлашҡан Мәсетле районы. Һуңғы йылдарҙа төбәк халҡы тыуған яҡтың социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереп, ныҡышмалылыҡ менән район тормошон яҡшырта. Уларҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә бихисап ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Был көндәрҙә егермеләгән әһәмиәтле социаль проект бойомға ашырыла: Оло Ыҡтамаҡ ауылында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Ҡорғат ауылында күпер төҙөлә. Былтыр Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводы асылды. Яңы Мөслим һәм Октябрь ауылдарында ике модулле ФАП ғәмәлгә индерелде. Кесе Ыҡтамаҡ менән Түбәнге Бобинда тағы ла ике ФАП асыу планлаштырыла. Көньяҡ микрорайонында 4,8 километр һыу үткәргес төҙөлдө, Оло Ыҡтамаҡ ауылының Көнсығыш микрорайонында газ үткәреү проекты бойомға ашырылды.

“Күп фатирлы йорттарҙа подъез­дар­ҙы комплекслы ремонтлау”, “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программалары ярҙамында ауылдарҙың тышҡы йөҙө яҡшыра.

Халыҡтың мәҙәни-рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн бөгөн районда 37 клуб учреждениеһы, 29 китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм ҡумыҙ музейы эшләй. 18 коллективҡа “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәре бирелеүе мәсетлеләрҙең юғары башҡарыу оҫталығы тураһында һөйләй. Улар халыҡ-ара (“Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле, 1996 йыл, Венгрия), Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаттары булған. “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы, “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсы аша Мәсетле яғы илебеҙ сигенән алыҫта ла популяр булып китте.

Халыҡ именлеге – урындағы власть эшмәкәрлегенең ҡаҡшамаҫ өҫтөнлөгө, шуға күрә кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Ҡуйы ҡарағай урмандары, саф һауаһы менән Мәсетле районы ял итергә, һаулығын нығытырға теләгәндәрҙе үҙенә тарта. “Ҡарағай” һәм “Мәсетле” балалар шифаханалары – төбәктең йөҙөк ҡашы. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы, өс ауыл табип амбулаторияһы һәм 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Төбәк элек-электән ауыл хужалығы районы булып иҫәпләнә. Иген һәм мал аҙығы культуралары, картуф, йәшелсә, ит-һөт йүнәлешендәге мал, сусҡа үрсетелә. Айырыуса шәхси ихаталарҙа ҡортсолоҡ үҫешкән. Әле районда яуаплылығы сикләнгән һигеҙ йәмғиәт, бер агросәнәғәт комплексы, 100-ҙән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы, ике шәхси эшҡыуар, туғыҙ меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ, биш ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлек алып бара.

Районда 495 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Бәләкәй предприятиеларҙа ике меңдән ашыу кеше мәшғүл. Бөгөн төбәктә эшҡыуарлыҡ өсөн дә уңайлы инвестиция климаты булдырылған. Район етәкселеге бизнестың эшсе урындар булдырыу буйынса тырышлығын юғары баһалай, йыл һайын эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә район бюджетынан биш йөҙәр мең һум аҡса бүленә.

Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса конкурслы һайлап алыуҙа еңеүсегә программалы саралар буйынса грант ярҙамы күрһәтелә.

Райондың етеш тормошо, нигеҙҙә, яҙғы баҫыу һәм урып-йыйыу эштәрендә нисек тир түгеүгә, ниндәй уңыш алыуыбыҙға һәм ауыл хужалығы продукцияһын нисек һатыуға бәйләнгән. Тәбиғәт мәсетлеләргә бай ерҙәр бүләк иткән, баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа иген, ит, һөт һәм ауыл хужалығының башҡа продукцияһын етештереп, эшһөйәр кешеләр хеҙмәт итә.
Читайте нас: