Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 65 йәше тулған кешеләрҙе махсус булдырылған мобиль бригадалар ярҙамында дауаханала тикшереү үтеү өсөн бушлай алып барыу ойошторола.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы менән раҫланған “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 2024 йылға тиклем ошондай мобиль бригадалар менән республикала йәшәгән ауыл халҡының 45 процентын тәьмин итеү күҙаллана.
“Демография” милли проекты сиктәрендә булдырылған “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, махсус автотранспорт һатып алыу өсөн федераль бюджеттан республикаға 34,2 миллион һум аҡса бүленгән. Август айында 18 микроавтобус алынған. Уларҙың барыһы ла оло йәштәгеләргә, инвалид коляскаһында хәрәкәт итеүселәргә салонға инеүҙе тотҡарлыҡһыҙ иткән электр күтәргес менән йыһазландырылған.
Бөгөн төбәгебеҙҙә 65 йәштән өлкән 220 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларға сәләмәтлеген тикшертеү өсөн дауаханаға йөрөүҙе уңайлы итеүҙе хәстәрләгән ҡарар быйыл 22 октябрҙә ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ “Ауыл ерендә йәшәгән 65 йәштән өлкән кешеләрҙе медицина ойошмаларына ташыу тәртибе тураһында” тип атала.