Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2019, 13:05

Башҡортостан сноуборд буйынса Донъя кубогы этабын ҡабул итә

Сноуборд буйынса Донъя кубогының беренсе этабы Башҡортостанда уҙа. 7 һәм 8 декабрҙә «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге 16 илдән 200 спортсыны ҡаршы ала. Улар параллель слаломда һәм параллель слалом-гигантта ярыша.

Сноуборд буйынса Донъя кубогының беренсе этабы Башҡортостанда уҙа. 7 һәм 8 декабрҙә «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге 16 илдән 200 спортсыны ҡаршы ала. Улар параллель слаломда һәм параллель слалом-гигантта ярыша.
«Этапта ике тапҡыр олимпия чемпионы Вик Уайлд та ҡатнаша. Уҙған миҙгел йомғаҡтары буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында параллель дисциплиналарҙа донъяның иң шәп сноубордсылары иҫәбенә Рәсәйҙән донъя чемпионатының көмөш призеры Наталья Соболева һәм Милена Быкова инде», — тип белдерҙеләр республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан исеменән Донъя кубогында Өфөнөң тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Елизавета Сәлихова сығыш яһай.
Көйәрмәндәр өсөн 200-ҙән алып 1,5 мең һумғаса билеттар һатыла башланы ла инде. 12 метр бейеклектәге трибуна 3300 кешене һыйҙыра ала. Тамашасыларҙың ярышты 10 метрлыҡ ҙур экрандан күҙәтеү мөмкинлеге лә бар.
Ярыштар программаһы:
7 декабрь — параллель слалом-гигант ҡатын-ҡыҙҙар/ир-егеттәр (квалификация, финал);
8 декабрь — параллель слалом ҡатын-ҡыҙҙар/ир-егеттәр (квалификация, финал).
Читайте нас: