Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2019, 13:00
Яңы йыл байрамдарында рөхсәтһеҙ хәмер һатыуға юл ҡуймаҫбыҙ
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»нең күсмә кәңәшмәһендә Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тәҡдиме тураһында иҫкә төшөрҙө. Әлеге ваҡытта закон проекты республика Дәүләт Йыйылышында ҡарала. Парламенттың һаулыҡ һаҡлау буйынса профилле комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева һүҙҙәренсә, закон проекты 28 ноябрҙә пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡаралырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проектҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа
хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла
, ә 4-6 ғинуарҙа урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла.
«Беҙ аңлы рәүештә ошо сараларға барабыҙ, йәмғиәттә беҙҙе хупларҙар тип ышанабыҙ, шул иҫәптән медицина берләшмәһе. Ә ҡатын-ҡыҙҙар, һис шикһеҙ, хуплар. Әлбиттә, ошо ҡарар өсөн беҙҙе тәнҡитләүселәр ҙә табылыр. Хәмер һатыуҙы сикләп, беҙ республикала йәшәүселәргә был көндәрҙе ғаилә менән бергә үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостанда төрлө кимәлдәге саралар ойошторорбоҙ. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә байрамдарҙы бергә үткәрә алһын өсөн ғаилә уйындары уҙғарылыр. Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән бергә ялған алкоголь һатырға маташҡан бутлегерҙарға ла һунар иғлан итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1383401-radiy-khabirov-v-novogodnie-prazdniki-budem-zhestko-presekat-prodazhu-nezakonnogo-alkogolya/
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде