Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 21:00

БАЛАЛАР АРАҠЫ МЕНӘН АҒЫУЛАНҒАН

Статистика ҡот осҡос: йыл башынан Башҡортостанда хәмерҙән 151 кеше һәләк булған.

"Роспотребнадзор" мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ун айҙа алкоголле эсемлек эсеп ағыуланыусылар араһында ун бала бар. Иң күбе Стәрлетамаҡ ҡалаһында - унда бындай диагноз менән биш бала дауаханаға эләккән. Иң кесеһенә - 8 йәш, икәүһе - 12, тағы икәүһе 14 йәшлектәр. Ҡалғандары араһында Бөрө ҡалаһынан 8-13 йәшлек ике бала, Нефтекама, Ишембай, Мишкә районынан 13 йәшлек берәр бала "йәшел йылан" менән ағыуланған.
Статистика ҡот осҡос: йыл башынан Башҡортостанда хәмерҙән 151 кеше һәләк булған. Ә былтыр ошо арауыҡта 286 кешене юғалтҡанбыҙ... Быйыл был күрһәткестең кәмеүе күңелде бер аҙ йылыта. Етәкселектең, активистарҙың эскелек менән әүҙем көрәше һөҙөмтәһе был.
Читайте нас: