Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылда уҙасаҡ “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” кампанияһында ҡулланыласаҡ иҫәп алыу бланкыларының өлгөһөн раҫланы. Илебеҙҙә даими йәшәгән кешеләр 30 һорауға яуап бирәсәк, Рәсәйҙә ваҡытлыса теркәлгән сит ил граждандары өсөн ете һорау әҙерләнгән. Алдағы иҫәп алыу һорауҙары менән сағыштырғанда, улар үҙгәртелгән һәм яңылары ла өҫтәлгән.
Рәсәй Хөкүмәтенең 8 ноябрҙәге 2648-се ҡарарында иҫәп алыу бланкыһының өс өлгөһө раҫланған, уларҙың бөтәһе лә мөһим сара барышында файҙаланыласаҡ.
Л рәүешендәге бланк илебеҙҙә даими йәшәгән граждандар тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Унда кешенең енесен, гражданлығын, тыуған урынын, милләтен, белемен, ғаилә хәлен, балалар һанын, йәшәү сығанағын, мәшғүллеген һәм башҡаларҙы асыҡлаған 23 һорау бирелә.
П формаһындағы бланк халыҡтың торлаҡ шарттары тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн файҙаланыласаҡ, йәғни ундағы ете һорау торлаҡтың төрө, төҙөлгән йылы, дөйөм майҙаны, бүлмәләр һаны, төҙөклөгөн асыҡлау маҡсатын күҙ уңында тота.
В өлгөһөндәге бланк – Рәсәйҙә ваҡытлыса теркәлгән һәм даими йәшәү урыны икенсе илдә булған кешеләр өсөн. Унда сит ил гражданының енесен, йәшен, даими йәшәгән илен, Рәсәйгә ниндәй маҡсатта килеүен һәм күпме йәшәйәсәген асыҡлаған ете һорау бирелә.
Бланктар формаһы халыҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында иҫәпкә алыу биттәрен үҙаллы тултыра алһын өсөн ҡулайлаштырып әҙерләнгән. Мәғлүм булыуынса, иҫәпкә алыу электрон планшеттар ярҙамында алып барыласаҡ, ә ҡағыҙ вариант айырым осраҡтарҙа ғына файҙаланыласаҡ, мәҫәлән, планшет сафтан сыҡҡан осраҡта.
Һорауҙарға ла үҙгәрештәр индерелгән – элекке күсәгилешлекте һаҡлап, заман һәм ҡануниәт талаптарына яраҡлаштырылған. Мәҫәлән, был юлы рус һәм башҡа телдәрҙе белеү менән генә ҡыҙыҡһынмай, ә уны тормошта ниндәй кимәлдә файҙаланыуҙары хаҡында ла һораясаҡтар. Был мәғлүмәттәр бөгөнгө мәғариф программаларының һөҙөмтәлелеген, милли мәктәптәргә ихтыяж ниндәй кимәлдә булыуын баһалау, шулай уҡ мәҙәниәт башланғыстарын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.
Йәшәү сығанаҡтары һорауҙары исемлегендә эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ килеме, мәшғүллек, пенсия, пособие кеүек таралған яуап варианттары ҡуйылған. Шуны ла әйтергә кәрәк: иҫәпкә алыу ҡағыҙында килем күләмен асыҡлау тураһында һорау юҡ, эш биреүсене лә әйтеү талап ителмәй. Статистарҙы йәшәү сығанаҡтары ғына ҡыҙыҡһындыра, йәғни “хеҙмәт хаҡы”, “пенсия”, ә башҡа аңлатмалар кәрәкмәй.
“Мәғариф тураһында”ғы закондағы үҙгәрештәргә бәйле мәғариф блогындағы һорауҙарға үҙгәрештәр индерелә. Шуға ла унда “мәктәпкәсә белем” графаһы барлыҡҡа килгән, ә “урта белем” графаһында “квалификациялы эшсе, хеҙмәткәр” һәм “урта звено белгесе” тигән өлөштәр бар. Юғары белем системаһындағы үҙгәрештәргә ярашлы, “бакалавриат”, “белгес”, “магистратура” графалары өҫтәлгән.