Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 17:00

Тормош ырыҫы ул әсәйҙәр!

Ҡыйғы районының Туҡай ауылында донъя көткән Әниә Фәссәхова әйтеүенсә, биш бала үҫтереп, “декрет” ялында ултырғаны ла булмаған, “гел эшкә сығыуҙы хуп күрҙем, сөнки балалар бер-береһенә ярҙамлашып үҫә”, ти.

Әсәйҙәрҙе Ҡояшҡа тиңләү ғәҙелдер, улар бит ысын мәғәнәһендә йәшәү сығанағы, күңелде йылытыусы, көс-ҡеүәт биреүсе илаһи фәрештә. Әсә наҙын ғүмерлеккә иҫләйбеҙ, һағынабыҙ, уның фатихаһы менән йәшәйбеҙ. Ә бөгөнгө тантанала күп бала үҫтереп, юғары наградалар менән бүләкләнгән әсәләр матурҙарҙың-матуры, ихластарҙың ихласы, бәхетлеләрҙең бәхетлеһе булып тойолдо.
Республикабыҙҙың төрлө райондары һәм ҡалаларынан йыйылған биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 48 әсәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур рәхмәт һәм һоҡланыу тойғоһо менән “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы.
Яңы ғына республикала Әсә көнөн билдәләгәндән һуң йәнә бер тантана шатлығы кисереү, Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ярҙамды, хәстәрлекте тойоу ишле ғаиләләрҙең кәйефен күтәрмәй ҡалманы.
Тантанаға республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән байрамса кейенеп, күтәренке кәйеф менән килгән һылыу ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәре сағыу сәскә гөлләмәһен хәтерләтте. Бер Учалы районынан ғына ете әсә бөгөн республика етәксеһе ҡулынан оло награданы алды. Бөрйән ҡыҙы, биш бала әсәһе Гөлсинә Шәрәфетдиноваға ни бары 30 йәш! Баймаҡ районында иптәше менән алты бала тәрбиәләгән Тәнзилә Сәфәрғәлина әле йорт күтәрергә тырышыуҙарын, оҙаҡламай йәнә ғаиләнең ишәйәсәген белдереп, һоҡланыу тойғоһон көсәйтте. Баҡалы районының Яңы Балыҡлы ауылында йәшәгән Саватьевтар ғаиләһендә, бер-береһен ҡыуышып, биш малай үҫә. Ҡыйғы районының Туҡай ауылында донъя көткән Әниә Фәссәхова әйтеүенсә, биш бала үҫтереп, “декрет” ялында ултырғаны ла булмаған, “гел эшкә сығыуҙы хуп күрҙем, сөнки балалар бер-береһенә ярҙамлашып үҫә”, ти.
Белорет районының Абҙаҡ ауылындағы ишле ғаиләһен ҡалдырып, тантанаға килгән Алһыу Фазылова ла күп бала тәрбиәләүҙең ауырлығын күрмәй. Ҡәҙимге ауыл тормошо менән йәшәгән ғаилә мал-тыуар, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереү менән мәшғүл. Һис шикһеҙ, был мәшәҡәттәрҙе дүрт ҡыҙы һәм бер бөртөк улы менән бергәләп атҡаралар.
– Ауыл әсәләренең күптәнге хыялы тормошҡа оҙаҡламай ашасаҡ тип һөйөнәбеҙ: беҙҙә балалар баҡсаһы төҙөлә, дүрт күҙ менән көтәбеҙ. Беҙ йәшәгән урамға ла газ килеп етһә, бик ҡәнәғәт булыр инек. Мин бөтә яҡшылыҡты ла Хөкүмәттән генә көтөп ятыу яғында түгелмен, заманы башҡа. Һәр кем үҙенсә тырышып донъя көтөргә, балаларын матур итеп тәрбиәләргә тейеш. Өйҙә тыныс ҡына ята торған кеше түгелмен, балам биш айлыҡ булыу менән эшкә сыҡтым. Йәшәһен ҡәҙерле өләсәйҙәребеҙ, ярҙамдары өсөн уларға рәхмәт! – ти биш бала әсәһе Алһыу.
Бына шундай ихлас күңелле, егәрле, сабыр холоҡло әсәләр менән көслөбөҙ ҙә инде беҙ, һәр береһе менән ғорурланырлыҡ.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров әсәләрҙе үткән байрамдары менән ҡотлап, ғаиләнең кеше тормошонда иң ҙур, мөһим урын алыуын, күп бала үҫтереүҙең яуаплы бурыс һәм беҙҙә уның ғәҙәти, маҡтаулы күренеш булыуын билдәләне.
– Беҙ һеҙҙең һәм балаларығыҙ өсөн, хөрмәтле әсәләр, барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ: мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт майҙансыҡтары төҙөйәсәкбеҙ, төҙөкләндерәсәкбеҙ, матурлаясаҡбыҙ. Наградаларығыҙҙы ғорурлыҡ менән тағып йөрөтөгөҙ! Мәшәҡәттәрегеҙҙең күплеген, ҡайһы саҡта көҙгөгә ҡарарға ла ваҡытығыҙ булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Киләсәктә лә һеҙҙең хәстәрлектәр менән йәшәйәсәкбеҙ, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә тырышасаҡбыҙ, – тине үҙенең сығышында Радий Фәрит улы.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ республика етәксеһе менән бергә фотоға төштө, бер-береһе менән яҡындан аралашып, хәстәрҙәре менән бүлеште. Һорауҙар, теләктәр тантана һуңында ла дауам итте, әсәләр республика етәксеһен оҙаҡ ҡына эргәләренән ебәрмәй рәхмәт һүҙҙәренә, тәҡдимдәргә күмде.
Читайте нас: