Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 12:25

Дрель урынына сүкеш

Фотоға ипләп кенә ҡарағыҙ. Унда нимә күрәһегеҙ? Сүкешме ни? Юҡ, был дрель ул. Һәр хәлдә дрель тип һатҡандар. Белоретта йәшәүсе ир интернет-сайттарҙы ҡарап ултырғанда эш ҡоралдарын һатҡан иғланға тап булған.

Фотоға ипләп кенә ҡарағыҙ. Унда нимә күрәһегеҙ? Сүкешме ни? Юҡ, был дрель ул. Һәр хәлдә дрель тип һатҡандар.
Белоретта йәшәүсе ир интернет-сайттарҙы ҡарап ултырғанда эш ҡоралдарын һатҡан иғланға тап булған.
Һылтанма буйынса барып, 3 мең һумлыҡ тауарға - аккумулятор дрелгә заказ биргән.
Бәйләнеш өсөн үҙенең телефон номерын ҡалдырған. Ярты сәғәттән уға шылтыратып, почта хеҙмәтенә өҫтәмә түләү арҡаһында заказдың хаҡы 3500 һум торасаҡ, тип "һөйөнсө"ләгәндәр.
Ир аҡсаны түләгән.
Бер аҙнанан посылка килгән. Посылка эсендә сүкеш ятҡан.
"Дрель" һатҡан ирҙең телефоны, әлбиттә, яуап биреүҙән туҡтаған...
Интернет аша тауар һатып алырға ниәтегеҙ булһа, тик ышаныслы сайттар аша ғына һатып алығыҙ.
Ҙур ташламаларға ышанып, муттарҙың ҡапҡанына эләгеп ҡуймағыҙ.
Читайте нас: