*Бешерә башлағансы, табаны тоҙ, сей картуф менән ышҡыһағыҙ, ҡоймаҡ көймәйәсәк. *Һуған турағанда иламайым тиһәгеҙ, турар алдынан 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Хужабикәләргә файҙалы кәңәштәр беҙҙең сайтта...
* Йомортҡа еңел әрселһен тиһәгеҙ, бешерер алдынан һыуға лимон һуты һәм аҙыраҡ сода һалығыҙ.
* Билмәндең ҡамыры ҡаты булһа, ҡайнап торған билмәнгә һалҡын һыу һалығыҙ. Билмән тәмле лә, йомшаҡ та буласаҡ.
* Һарымһаҡ микротулҡынлы мейестә үҙенән-үҙе таҙартыласаҡ. Бының өсөн уны 15 секундҡа иң юғары ҡыҙыулыҡҡа ҡуйырға кәрәк.
* Болғар боросо һатып алыр алдынан уның бүлкәттәренә иғтибар итегеҙ. Өс бүлкәтлеләрен сей килеш ашаһаң да була, улары баллыраҡ, ә дүрт бүлкәтлеләре әскелтем.
* Сумкағыҙҙан насар еҫ килһә, сәй пакеты йәки туҡымаға төрөлгән күмер киҫәктәре һалығыҙ.
* Салатҡа тоҙ, борос һипкәс кенә көнбағыш майы һалығыҙ. Май тоҙҙо иретмәй.
* Кухнялағы ағас һәм пластик таҡталарҙағы таптарҙы лимон ярҙамында бөтөрөргә була. Бының өсөн лимонды урталай бүлеп, һыуын таҡта өҫтөнә ағыҙырға һәм 20 минут тоторға кәрәк. Унан инде, әлбиттә, сайҡап ҡуйырға.