Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 21:00

РӘСӘЙҘЕҢ СИМВОЛЫН ҺАЙЛАҒАНДАР

“Йәмәғәт фекере” фонды (ФОМ), Рәсәйҙең символы итеп нимәне күрәһегеҙ, тип халыҡтан һорау алыу үткәргән.

“Йәмәғәт фекере” фонды (ФОМ), Рәсәйҙең символы итеп нимәне күрәһегеҙ, тип халыҡтан һорау алыу үткәргән.
Күпселек тауыш – 65 процент – айыу иң дөрөҫ символ инде, тигән.
Һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың 18 проценты ғына ҡаршы булған.
Айыуҙы һайлаусылар, “ул ысынлап та беҙҙең хайуан, көслө, сабыр, үҙен яҡлай ала”, тип белдергән.
Ә инде был йыртҡысты илебеҙҙең символы итергә теләмәүселәр, “ул Рәсәйгә оҡшамаған, агрессив, уҫал, ялҡау, ҡырағай...” тип һанап киткән.
Әйткәндәй, фекер белешеү 24 ноябрҙә Рәсәйҙең 53 субъектының 104 тораҡ пунктында үткәрелгән. Иҫләйһегеҙме икән, бер ваҡыт матрешканы символ итергә теләгәйнеләр.
Ысынында нимә икән ул Рәсәйҙең символы?
Читайте нас: