Республикала ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырасаҡтар. Башҡортостан етәксеһе ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә ошондай ҡарарға килгәндәр.
"Бөгөн беҙ киләһе йылда республикала сабыйҙар кәм тигәндә 650-гә күберәк тыуһын өсөн шундай ҡарар ҡабул иттек", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе йылдан башлап ЭКО процедураһына өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум аҡса бүләсәктәр. Быйыл бындай мөмкинлектән 2025 ҡатын-ҡыҙ файҙаланһа, алдағы йылда өс меңгә яҡын сабыйҙың донъяға килеүе мөмкин. Ә процедураға сират бөтәсәк!
"Кәңәшмәнең һөҙөмтәһенән һуң кәйеф шул тиклем күтәренке - әйтерһең дә, үҙем яңынан атай булдым!" - тип хис-тойғоһо менән бүлешкән Радий Хәбиров.