Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 22:00

ТӘМЛЕ ЛӘ, ТУҠЛЫҠЛЫ ЛА "ХАНУМ"

Әҙерләүгә еңел генә, шул уҡ ваҡытта тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ ул - ханум. Уны әҙерләп, яҡындарығыҙҙы һыйлаһағыҙ, һис шикһеҙ, маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ, тип уйлайбыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Әҙерләүгә еңел генә, шул уҡ ваҡытта тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ ул - ханум. Уны әҙерләп, яҡындарығыҙҙы һыйлаһағыҙ, һис шикһеҙ, маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ, тип уйлайбыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа, 50-100 мл һыу, 1-2 аш ҡалағы май, кәрәгенсә он;
эслеккә: фарш (ярты кг тирәһе), 2 кишер, 2 башлы һуған (мин эслек һутлыраҡ булһын өсөн бер картуф та алам), тәменә ҡарап тоҙ, борос кәрәк.
1. Йәшелсәләрҙе таҙартабыҙ. Кәрәкле ингриедиенттарҙы әҙерләйбеҙ. .
  1. Тығыҙ ҡамыр баҫып, уны бер аҙ йомшарһын өсөн төрөп һалып торабыҙ.
  2. 3.Эре ҡырғыстан кишерҙе үткәреп, һуғанды турап, икеһен бергә ҡушып, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырып алабыҙ.
    1. Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ.
    2. Өҫтөнә фарш һалабыҙ. Фарш өҫтөнә ҡыҙҙырылған кишер менән һуғанды йәйәбеҙ. Ҡырғыстан үткәрлегән картуфты ла өҫтәп ебәрергә мөмкин. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
      6. Ханумды тығыҙ рулет итеп урайбыҙ, ситтәрен йәбештерәбеҙ һәм мантый бешерә торған һауыттың тәрилкәһенә һалабыҙ.
      7. Мантоваркаға ҡуйып, парҙа 40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.Өҫтөнә һуған менән кишер ҡыҙҙырылған майҙы һибеп сыҡһаң да була, йә берәй төрлө соус әҙерләргә мөмкин.
    3. Читайте нас: