Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 17:10

Трассала - ҙур фажиғә

Бәрелеш һөҙөмтәһендә “Тойота” автомобиле янып киткән. “Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре менән янғын һүндерелде. Трассала юл ваҡытлыса сикләнде. Семилетка ауылы аша урау юл ойошторолдо. Уның оҙонлоғо 40 километр тәшкил итә”, – тинеләр ведомствола.

Бөгөн иртән республиканың Дүртөйлө районында ҙур автомобиль аварияһы теркәлде. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә Мәскәү – Өфө трассаһының 1229 километрында өс машина “Тойота Авенсис”, “Рено Логан” һәм “Лада Приора” төкөлөшкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы авария ҡорбандарһыҙ үтмәй. Унда ике кеше һәләк була, берәүһен тән бешеүе менән Дүртөйлө дауаханаһына оҙатҡандар. Урында полиция, табиптар һәм ҡотҡарыусылар эшләй.
Бәрелеш һөҙөмтәһендә “Тойота” автомобиле янып киткән. “Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре менән янғын һүндерелде. Трассала юл ваҡытлыса сикләнде. Семилетка ауылы аша урау юл ойошторолдо. Уның оҙонлоғо 40 километр тәшкил итә”, – тинеләр ведомствола.
Фотоларҙан күренеүенсә, бәрелеш үтә ныҡ булған. Бер машина бөтөнләй икегә бүленгән. Тимәк тиҙлектәр ҙур булған. Бының һөҙөмтәһе – өҙөлгән ғүмерҙәр. Боҙлауыҡта шулай ҡыумаһалар ҙа була ла бит...
Читайте нас: