Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ноябрь 2019, 11:35

Владимир Путин: Мин был араны туғыҙ сәғәттә үтә торғайным

Рәсәй Президенты Мәскәү менән Санкт-Петербургты тоташтырыусы түләүле М-11 юлының һуңғы, һиегеҙенсе өлөшөн асыуҙа ҡатнашты. "Һеҙҙе бик яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайым", - тине ул эшселәргә өндәшеп.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Мәскәү менән Санкт-Петербургты тоташтырыусы түләүле М-11 юлының һуңғы, һиегеҙенсе өлөшөн асыуҙа ҡатнашты. "Һеҙҙе бик яҡшы һөҙөмтә менән ҡотлайым", - тине ул эшселәргә өндәшеп.
Был 520 миллиард һумға төшкән юл. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, беҙҙең яңы Рәсәй тарихында бындай трассаның булғаны юҡ ине әлегә.
М-11-ҙең барлыҡҡа килеүе ил төбәктәренең үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк. Владимир Путин эшселәр менән аралашты, ҙур проектты уңышлы тамамлауҙа ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Трассаны тантаналы асҡандан һуң, уға тәүге булып, "Автодор" компанияһы һәм йөк машиналары төштө. Юлда барлығы 16 түләү алыу пункты урынлашҡан, алты күп функциялы сервис зонаһы бар, 15-ләп заправка контейнерҙары ҡуйылған.
Хәҙер баш ҡаланан - Питерға, Питерҙан баш ҡалаға 5,5 сәғәттә барып етеп була. Бер ниндәй ҙә тиҙлек тәртибен боҙмайынса. Яҙға тағы ла әҙерәк ваҡыт китәсәк: сәғәтенә 130 км менән йөрөргә рөхсәт ителәсәк.
Әйткәндәй, юл дәүләт-шәхси партнерлығы проекты буйынса һалынған.
Читайте нас: