Эйлестан
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 13:55

31 декабрҙә эшләйбеҙ

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 31 декабрь ял тип иҫәпләнмәй.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 31 декабрь ял тип иҫәпләнмәй.
Ведомство башлығы Максим Топилин билдәләүенсә, Хөкүмәт ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарҙарҙы алдан ҡабул итә. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер һәр эш биреүсенең 31 декабрҙе ял көнө итеү хоҡуғы бар. «Хөкүмәт ял көндәрен киләһе йылға күсереү тураһында ҡарарҙы, ғәҙәттә, октябрҙә ҡабул итә. Был бөтәһе лә үҙ графиктарын төҙөһөн өсөн эшләнә», — тип аңлатты министр.
Ҡануниәткә ярашлы, 31 декабрҙә эштән бер сәғәткә алдараҡ сығырға мөмкин, сөнки иртәгәһенә — байрам.
Бынан алда «Башинформ» ЛДПР депутаттарының 31 декабрҙә ял итеү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индереүен хәбәр иткәйне. Документҡа аңлатмалы яҙыуҙа билдәләнеүенсә, 31 декабрҙә хеҙмәткәрҙәр, Яңы йылға әҙерләнеү сәбәпле, үҙҙәренең эшен тулы күләмдә башҡармай.
Читайте нас: