Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 11:50

Эшкә тип сығып киткән булған

Салауат районы Янғантау ауылынан 37 йәшлек Рәфис Фәттәхов Мәскәүгә эшкә тип юлланған, әммә кире ҡайтып етмәгән.

37 йәшлек Рәфис Фәттәхов Мәскәүгә эшкә тип юлланған, әммә кире ҡайтып етмәгән.
“Туғаныбыҙ 22 ноябрҙә автобусҡа ултырырға тейеш ине, тик унда билет алмаған, ултырмаған. Беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡмай. Бер үҙе ине, башҡа төрлө пландары тураһында һөйләмәгәйне. Айырылып торған билдәләре юҡ, бер аҙ көмөрәйеп йөрөүен иҫәпкә алмағанда”, – тип һөйләгән ирҙең апаһы.
Рәфис Фәттәхов Салауат районының Янғантау ауылынан. “Лиза Алерт” ирекмәндәре уның билдәләре тураһында яҙған. Буйы 170 сантиметр тирәһе, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе, күҙҙәре һоро. Өҫтөндә – күк төҫтәге ҡышҡы спорт костюмы, башына ҡара шапка, аяғына ҡара төҫтәге ҡышҡы кроссовка кейгән. Эҙләүселәр өсөн һәр мәғлүмәт ҡәҙерле. Телефондар: 88007005452 йәки 112.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәфис Фәттәхов үле килеш табылған. Был турала Горобзор.ру-ға уның туғандары һөйләгән. Әле ирҙең кәүҙәһе моргта ятҡанын уларға тәфтишселәр хәбәр иткән. Мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Eshk-tip-si-ip-kitk-n-ir-e-e-l-y-r-23282/
Родные и близкие разыскивают уехавшего из Башкирии в Москву 37-летнего Рафиса Фаттахова. Они обратилась за помощью к волонтерам поисково-спасательного отряда «Лиза Алерт» в РБ. В размещенной в паблике добровольцев ориентировке сообщается, что уроженец села Янгантау Салаватского района с 22 ноября перестал выходить на связь. До сих пор его местонахождение неизвестно. Есть сведения, что он может находиться в Москве.
Приметы: рост – 170 см, худощавого телосложения, темно-русые волосы, карие глаза. Был одет в синий горнолыжный костюм, черные зимние кроссовки и черная шапка.
Всех, кому что-либо известно о местонахождении разыскиваемого, просят обращаться по телефонам: 8-800-700-54-52 или 112.
Читайте нас: