Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 17:55

Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә балыҡтар боҙға ҡуша туңып үлгән

Кисә социаль селтәрҙә боҙға ҡуша туңған балыҡтарҙың видеояҙмаһы барлыҡҡа килде. Кешеләр был «экологик һәләкәт» тип яҙа башланы. Ә Экология министрлығында бына нимә тиҙәр.

Кисә социаль селтәрҙә боҙға ҡуша туңған балыҡтарҙың видеояҙмаһы барлыҡҡа килде. Кешеләр был «экологик һәләкәт» тип яҙа башланы.

Ә Экология министрлығында бына нимә тиҙәр.

Сентябрҙән күлде тәрәнәйәтеү өсөн киптереү эштәре башланды (был - Ҡашҡаҙан паркын реконструкциялау проектының бер өлөшө). Балыҡты һөҙөп алып, башҡа һыу ятҡылыҡтарына күсерергә тейештәр ине. Балыҡтарҙың күпселеген, ысынлап та, ҡотҡарҙылар. Ләкин бөтә балыҡты ла тотоп бөтөү мөмкин түгел — ул ләм аҫтында ҡала. Шуға күрә туңалар ҙа инде.

«Күлдә ҡалған балыҡҡа кислород етмәгәнен белеп ҡалғас та, мәкеләр уя башланыҡ. Һауа булһа, балыҡ та тын ала», — тип өҫтәнеләр министрлыҡта.
Читайте нас: