Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 15:10

Силәбелә өс яҡташыбыҙ һәләк булған

Тәүтикшереүҙәр күҙаллауынса, “Лада” водителе BlaBlaCar сервисы аша пассажирҙар ташыған, рейс Силәбенән Сибайға йүнәлгән була.

Тәүтикшереүҙәр күҙаллауынса, “Лада” водителе BlaBlaCar сервисы аша пассажирҙар ташыған, рейс Силәбенән Сибайға йүнәлгән була.
Кисә Силәбе өлкәһенең Нөғәйбәк районында теркәлгән аяныслы юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың өсәүһе Сибай кешеләре. Йәнә өс пассажирҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана, улар Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған.
Өлкәнең Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Көньяҡ Урал – Магнитогорск трассаһының 152-се километрында «Хендай» менән «Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелешә. Тәүтикшереүҙәр күҙаллауынса, “Лада” водителе BlaBlaCar сервисы аша пассажирҙар ташыған, рейс Силәбенән Сибайға йүнәлгән була.
Республика Башлығы Радий Хәбиров легаль булмаған таксистарҙың эшмәкәрлеген контролгә алырға бойорҙо.
Читайте нас: