Өфө медицина колледжын тамамлап, бөгөн баш ҡаланың 22-се тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһында эшләйем. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында ситтән тороп уҡыйым.
Дөрөҫ, төплө тәрбиә биргән атай-әсәйемә, бала сағымдың бәхетле үтеүенә ағайым Фиданға ҙур рәхмәтлемен. Әле лә таныш ағай-апайҙар, инәй-олатайҙар: “Фидан менән Регина бәләкәй саҡтарында урамда һәр саҡ етәкләшеп йөрөй ине”, – тип иҫләй. Шулай итеп ғаиләбеҙҙә туғанлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәндек.
Киләсәккә хыялым – үҙем дә матур ғаилә ҡороп, балаларыма туғанлыҡ ептәренең ныҡ булыуын аңлатып, олоно оло, кесене кесе итә белергә өйрәтеп, иманлы итеп тәрбиәләү.