Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 13:15

Ағинәй һүҙе тәьҫирле лә, көслө лә

Мәсетле ауылында һөҙөмтә­ле эшмәкәрлек алып барған “Умырзая” ағинәйҙәр ойош­ма­һында булырға насип итте. Һигеҙ кешенән торған ҡор төр­лө йүнәлештә эшләй. Әйткәндәй, иң оло ағинәйгә – 83, иң кесеһенә 50 йәш тә тулмаған.

Мәсетле ауылында һөҙөмтә­ле эшмәкәрлек алып барған “Умырзая” ағинәйҙәр ойош­ма­һында булырға насип итте. Һигеҙ кешенән торған ҡор төр­лө йүнәлештә эшләй. Әйткәндәй, иң оло ағинәйгә – 83, иң кесеһенә 50 йәш тә тулмаған.

Ҡор эшмәкәрлеге, нигеҙҙә, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, кәсеп­тәрҙе тергеҙеүгә ҡоролған. Бынан тыш, ауылдың абруйлы инәйҙәре мә­сеттәрҙә фатиха биреп, буласаҡ һал­даттарҙы әрмегә оҙатыу, айыҡ туйҙар, сабыйҙарға исем ҡушыу, башҡа йола­лар башҡарыу буйынса кисәләр ҙә үт­кәрә. Улар төрлө ҡул эш­тәрен бер­гәләп эшләй, элеккесә кис йыйылып ултырып, ҡайһы бер көнүҙәк мәсьә­ләләрҙе хәл итә. Насар ғәҙәтле ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәр­биә эштәрен әү­ҙем алып баралар. Мәктәптәрҙә, мә­ҙәниәт йорттарында халыҡты йыйып, әңгәмәләр үткәреү ҙә улар иҫәбендә.

– Ағинәйҙәр йүнәлешен йәнлән­де­реп ебәргәс, милли кейем булдырыу ихтыяжы ҡалҡып сыҡты. Тегеүгә оҫта апай-инәйҙәребеҙгә эш булды. Һәр беребеҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәктәрен тегеп кейҙек. Был да үҙенә күрә башҡорт халҡының көн­күреш кәсептәренең береһе, – ти ойошма етәксеһе Зилира Марат ҡыҙы Сабирова.

Мәсетле ауылы ағинәйҙәренең һүҙе һәр саҡ тәьҫирле, көслө, сөнки йәш быуынды улар үҙ миҫалында тәрбиә­ләй. Ҡор ағзалары араһында эскән, тартҡан, эш рәтен белмәгән, рухһыҙ ҡатын-ҡыҙ юҡ. Ағинәйҙәр сафында изге ҡатын-ҡыҙҙар ғына йыйылған, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын.

Башҡорт милли биҙәүестәре – тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килгән ижад емеше. Халыҡ кейеме лә – урындағы йәшәү рәүеше­нә, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларға бәйле ҡалыплаштырылып, тормош ихтыяждарынан сығып ижад ителгән күңел емеше. Шуға ла Мәсетле ағинәйҙәре боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ғына түгел, ә ир-аттың да милли кейемен тергеҙеү өҫтөндә даими эш алып бара. Уларҙың оҫта ҡулы ярҙамында милли биҙәүестәр ҙә яңыса балҡый.

Шөкөр, һуңғы ваҡытта рухи ми­раҫыбыҙ – ҡатын-ҡыҙҙың милли биҙәүестәренә иғтибар арта бара. Ошо йәһәттән ағинәйҙәр мәктәптәргә сығып, төрлө түңәрәктәр эшендә ҡатнашып, уҡыусыларҙы милли биҙә­үестәр эшләү серҙәренә төшөндөрә, боронғо кейемдәрҙең үҙенсәлеге хаҡында һөйләй.

Мәсетле ағинәйҙәренең эшмә­кәрлеген ҡеүәтләп, рухи байлығы­быҙҙың бер өлөшө булған кейем­дәребеҙгә ҡарата иғтибарыбыҙҙы көсәйтәйек, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен ҡәҙерләп һаҡлайыҡ һәм киләсәк быуынға еткерәйек.
Читайте нас: