Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 17:55

Балаларға тағы бер хәүеф янай

Тәмәке изделиеларының бер төрө, халыҡта уны “снюс” тиҙәр, үҫмерҙәрҙә никотинға бәйлелекте тыуҙыра, уларҙың үҙҙәрен яһил тотоуға булышлыҡ итә һәм йоҡоно боҙа, тип белдерәләр Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Уны ҡулланыу үҫеп килгән быуында тиҙ таралыу ала, етештереүселәрҙең һура торған “кәнфит” йә “мармелад” итеп, матур ҡаптарға төрөп сығарыуы ла быға булышлыҡ итә. Белгестәр “снюс”тың үҫмерҙәрҙең һаулығына зыян килтереүен тикшергән. Ундай “кәнфит" йә “мармелад"тарҙы ҡулланғанда, никотин ҡанға эләгеп, организмдың ағыуланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә балаларҙа никотинға бәйлелек тыуа, ул үҙен яһил тота башлай, йоҡоһо һәм туҡланыуы насарая.
Республикала “снюс”ҡа бәйле күңелһеҙ осраҡ теркәлгән: 12 йәшлек малай ошо "кәнфит"тән дауаханаға эләгә. Баҡтиһәң, 15 йәшлек уҡыусы уны интернет аша һатып алып, үҙенең 12 йәшлек танышына кәнфит тип алдап биргән.
Читайте нас: