Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Еңеү салюты” район фестивале сиктәрендә Иҫке Хәлил ауылында ла сара уҙҙы.
Ауыл ағинәйҙәре Элвира Камалова, Алһыу Кәримова, Ғәлиә Хәкимова, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар Раил Мөхәмәтшин, Аллия Миндибаева, Данис Әхмәҙиев, мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Фидаил Кәримовтан торған төркөм Н. Асанбаевтың “Ғүмер көҙө” драмаһын сәхнәләштерҙе.
Декарациялар, һуғыш ваҡытына тап килеп торған кейем, артистарҙың ролдәрҙе оҫта башҡарыуы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Драма һәр кемде уйға һалды, күңелдәргә үтеп инде.
Фестиваль штандарты барлыҡ ауылдарҙа ла булып, беҙҙең яҡты киләсәк өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән ветерандарҙы иҫкә төшөрәсәк.
Сәхнәләштереүҙә әүҙем ҡатнашыусы үҙешмәкәр артистарға рәхмәтемде белдерәм.
Ф. Кәримов, Яңы Хәлил ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы.