Район биләмәһендә төҙөлөш эштәре йылдам алып барыла, ауылдарҙа яңы балалар баҡсаһы, мәктәптәр, башҡа социаль объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Бынан тыш, мәҙәниәт учреждениелары төҙөкләндерелә, фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла. Бөгөн халыҡ рәхәтләнеп асфальт юлдарҙан хәрәкәт итә, йылылыҡ һәм газ селтәрҙәре һалына. Халыҡ билдәләгәнсә, район ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә.
Ниһайәт, Лаҡлы ауылына ла халыҡ күптән көткән яңырыу һулышы килеп етте. Белем усағы комплексының проекты дәүләт экспертизаһы үтеп, сауҙа ойошторғандан һуң Өфөнән “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш ойошмаһы ышаныслы подрядсы булып билдәләнде.
– Бында эштәрҙе октябрь аҙаҡтарында башланыҡ. Тәүҙә төҙөлөш барасаҡ майҙанды кәртәләп алдыҡ, шунан нигеҙ ҡороу өсөн урынды тигеҙләү, траншея ҡаҙыу эштәренә тотондоҡ, – ти төҙөлөш мастеры Наил Диндарйәнов. – Шөкөр, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә, тотҡарлыҡтар юҡ. Етәкселек тә эш барышы менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
Проектҡа ярашлы, мәктәп – 80 уҡыусыға, ә балалар баҡсаһы 40 балаға иҫәпләнгән. Унда айырым ике спорт һәм тамаша залы, ике ашхана буласаҡ. Әлбиттә, белем усағы ҡаланыҡынан бер ере менән дә ҡалышмаясаҡ. Йылы бәҙрәф, заманса санузел уҡыусыларҙың күңеленә хуш киләсәк. Әйткәндәй, ауылда 443 йорт иҫәпләнеп, унда бөтәһе бер меңдән ашыу кеше йәшәй.
Әле эш башланып ҡына тора, шуға эшселәр артыҡ күп йәлеп ителмәгән, ун биш кеше, ҡеүәтле техника эшләй. “Геострой” йәмғиәте – төҙөлөш өлкәһендә тотороҡло хеҙмәт күрһәткән ойошма. Быға тиклем байтаҡ йорттар, социаль объекттар төҙөп, Нефтекама, Яңауыл, Ҡалтасы, Борай һәм башҡа төбәктәр халҡын ҡыуандырған билдәле предприятие ул.
Мәғариф үҙәге “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә республика бюджетынан бүленгән аҡсаға төҙөлә. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы комплексын төҙөлөштөң яңы технологияларын ҡулланып һәм ошо йүнәлештәге биналарға ҡуйылған барлыҡ талаптарҙы үтәп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү планлаштырыла.
Яңы объекттың асылыуын урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә. 1969 йылда төҙөлгән элекке мәктәп урынына 2020 йыл аҙағында заманса белем усағы үҙ ишеген асасаҡ. Әлегә уҡыусылар күрше Урмансыға йөрөп уҡый. Балалар баҡсаһы эшләүен дауам итә.
Кирбес өҫтөнә кирбес һалынып, район хакимиәтенең хәстәре, төҙөүселәрҙең тырышлығы менән тиҙҙән был урында мөһабәт бина ҡалҡып сығыр.