Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 15:00

“Мейес тоҡандырып ыҙалайһы түгел”

Төбәктең Ахун ауылында 230 йорт иҫәпләнә. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа бында йәш ғаиләләр ҙә күсеп ҡайта башлаған. Клуб, китапхана, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар булыуы уларҙы тыуған яғына ылыҡтыра, күрәһең.

Төбәктең Ахун ауылында 230 йорт иҫәпләнә. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа бында йәш ғаиләләр ҙә күсеп ҡайта башлаған. Клуб, китапхана, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар булыуы уларҙы тыуған яғына ылыҡтыра, күрәһең.

Ә күптән түгел Ахун ауылы халҡы рәхәтләнеп зәңгәр яғыулыҡтан файҙалана башланы. Тимәк, йорт һалыусылар ҙа күбәйер, йәштәр ҙә Себер тарафтарын ҡалдырып, ауылда төпләнер тигән өмөт бар.

Әлегә 25 йорт хужаһы газ яғыулығының уңайлыҡтарын кисерергә өлгөргән. Улар был ваҡиғаны тиҫтә йылдар дауамында ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. “Ниһайәт, беҙҙең дә күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Быға тиклем йорттарҙы утын яғып йылыттыҡ, ҡышҡылыҡҡа күпләп яғыулыҡ хәстәрләй инек. Хәҙер йәнеңә рәхәт, иртән тороуға йылы, мейес тоҡандырып ыҙалайһы түгел”, – тип ҡыуана бөгөн ауыл халҡы.

Бында шәхси йорттарҙы газ селтәренә октябрь аҙағында тоташтыра башлағандар. Юғары, урта һәм түбән баҫымлы газ селтәрҙәре ҡоролған. Торбаларҙың оҙонлоғо – 17 километр. Киләсәктә иһә ике йөҙҙән ашыу йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреләсәк. Газ тәьминәте өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, һәр йортҡа инеп, хужаларҙы ҡорамалдар менән дөрөҫ эш итеү хаҡында аңлатып сыҡҡан. Бөтә эштәрҙе “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Салауат бүлеге хеҙмәткәрҙәре башҡарған. Йәмғиәт начальнигы Артур Кирханов белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем тағы ла 45 йортто газға тоташтырыу күҙаллана. Әле йорттарына газ индереүҙе һораған тағы ла 80 ғаиләнән ғариза бар икән.

Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәғилә апай ире Әбғәлим ағай менән тәүгеләрҙән булып йорттарына газ үткәргән. Бынан ары Асҡаровтар ғаиләһе өйҙәрен еңел генә йылытасаҡ, улар бының отошло яғын билдәләп тә өлгөргән.

– Бындай уңайлыҡтар хаҡында күптән хыяллана инек. Шөкөр, хәҙер ҡала тормошонан һис тә ҡалышмай көнитмешебеҙ. Өйгә йылы һыу үткәрелгән, газы янып тора, әйҙә, рәхәтләнеп йәшә генә, – ти Әбғәлим ағай. Хужабикә Фәғилә апай ҙа: “Ашарға бешереү күпкә еңеләйҙе, әле ғәзиздәремде төрлө тәм-том бешереп һыйлайым”, – тип ҡыуана.

Быға тиклем Ахун ауылында йәшәгән кешеләр ҡиммәт хаҡҡа икешәр машина утын һатып алып, уны ярҙырып, ҡышҡылыҡҡа өйөп, һуңынан ташып интекһә, хәҙер иһә утынды мунса яғыуға ғына тотонасаҡтар.

2020 йылда газ селтәренә мәктәп һәм балалар баҡсаһы ла тоташтырыласаҡ. Ахун ауылынан тыш, райондың тағы ла өс ауыл биләмәһенә зәңгәр яғыулыҡ киләсәк, тип белдерҙеләр район хакимиәтендә.
Читайте нас: