Йыланыш ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, матур ғына эшмәкәрлек алып барған эшсәндәр бихисап. Шөкөр, был тармаҡты үҙ иткәндәр бөгөн ең һыҙғанып ерен дә эшкәртә, ҡура тулы мал да аҫрай. Бынан тыш, ағас эшкәртеүселәр ҙә район иҡтисадына тос өлөш индерә.
Наталья менән Василий Брагиндар етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығы – бөгөн районда киң ҡолас менән үҫеп барған ойошмаларҙың береһе. Бында төҙөлөш туҡтағаны юҡ, машина-трактор паркы ла яңыртыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға ла ныҡлап тотонғандар. Бар эште планлы ойоштора белеүҙәре малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн мөмкинлектәр бирә.
– Фермер эше ситтән ҡарағанда ғына еңел кеүек, уны тотороҡло алып барыу өсөн бик күп көс һалырға кәрәк. Әлбиттә, ерҙе яратыу, уны тәрбиәләү шарт, шул саҡта ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин, – ти Брагиндар. – Тәүге көндәрҙә еңелдән булманы, әммә үкенмәйбеҙ, тәжрибәле фермерҙар һәр саҡ беҙгә таяныс һәм яҡлау булды.
Брагиндар үҙ хужалығын 2013 йылда булдыра. Әле бына етенсе йыл инде 500 гектар ерҙе эшкәртә улар. Йыл һайын тиерлек баҫыуҙарҙан мул уңыш алыуға өлгәшәләр. Быйыл да йылына ҡарап ярайһы ғына сифатлы орлоҡто һаҡлауға һалғандар, бынан тыш һатыуға ла әҙерләгәндәр. Гектар ҡеүәте 18-20 центнер тәшкил иткән.
Хужалыҡ эшмәкәрлеге иҫке генә бер тракторҙан һәм культиватор, сәскестән башланып киткән. Шөкөр, йылдан-йыл иген культураларының майҙанын арттырыуҙы төп маҡсат итеп алған Брагиндар.
Фермерлыҡҡа тотоноп киткәнгә тиклем Наталья Михайловна район үҙәгендә, аҙаҡ ауылда фельдшер булып эшләгән. Ә Василий Павлович иһә тыуған ауылында совхозда механизатор булған. Улар әле лә ауылдаш фермерҙарҙың аҡыллы, төплө кәңәштәрен тотоп эшмәкәрлеген алып бара. Ауыл хужалығына ярҙам итеү маҡсатынан ҡаралған федераль һәм республика программаларының да файҙаһын тоя улар. 2014 йылда йәш фермерҙар ошо программа нигеҙендә район хакимиәтенән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән, республика Хөкүмәте лә бер миллион биш йөҙ мең һумлыҡ грант бүлгән. Дәүләт биргән аҡсаға улар техника, ауыл хужалығы ҡорамалдарына эйә була. Бынан тыш элекке “Һарғамыш” совхозының һөтсөлөк фермаларын, оҫтахана менән келәттәр һатып алалар. Ферма бинаһын төҙөкләндереп, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлап, йәш таналар ҡайтаралар. Шәхси хужалыҡтағы малдар ҙа крәҫтиән хужалығы көтөүҙәрен тулыландыра.
Бөгөн фермерҙар 30-ҙан ашыу һыйыр малы аҫрай. Уларҙы, нигеҙҙә, ит өсөн генә һимертәләр. Йәй-көҙ айҙарында ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләгәндәр. Киләсәктә уларҙың баш һанын арттырмаҡсылар. Ә бының өсөн уңайлы шарттар бар, яңы һөтсөлөк фермаларын да төҙөргә хыялланалар. Ашлыҡ һаҡлау өсөн келәттәр етерлек, яҙ иһә Италияла етештерелгән заманса һәм ҡеүәтле иген киптергес һатып алғандар. Аҙбарҙы ла үҙгәртеп ҡорорға ниәтләнәләр. “Әлбиттә, был эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн ҙур сығым кәрәк. Шуға ла кредиттар менән бик мауыҡмаҫҡа тырышабыҙ, үҙ аҡсабыҙҙы тотонмаҡсыбыҙ”, – ти улар.
Фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр – бөгөн райондың тотҡаһы, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Тарҡалып, бушап ҡалған ауыл фермаларын төҙөкләндереп, яңыларын төҙөп, мал аҫраған, иген иккән фермерҙар – ауыл тормошона яңы һулыш, эш биреүселәр ҙә әле. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында етештерелгән сифатлы ауыл хужалығы продукцияһын ауыл, район халҡы ғына түгел, ҡала халҡы ла яратып, көтөп ала. Фермерҙарҙың ярҙамы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы тармағы үҫер, нығыр, тип әйтергә нигеҙ бар.