+1 °С
Болотло
Бөгөн республикала ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк. Һауа температураһы көндөҙ 5-10 градус һыуыҡ торасаҡ.
5 декабрҙә лә ҡар яуасаҡ.
Төндә минус 7-12 градусҡа, аяҙытҡанда — 15-20 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ йылыраҡ, - 4-9 градус.
6 декабрҙә синоптиктар республикала төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ рашҡы, урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыясаҡ тип хәбәр итә.
Төнгө температура — минус 6-11 градус, аяҙытҡанда -16-ға барып етәсәк. Көндөҙ -4; + 1 градусҡаса йылытасаҡ.