Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2019, 13:50

Атай иңен тойоп

Көҫәпәй ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айгиз Яппаровты эш урынында осратып булманы. Уның Өфөгә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына йомош менән юлға сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Әммә яңы ғына эш башлауын белгәс, хужалығын барып күрергә булдыҡ. Өҫтәүенә атаһы ла фермерлыҡ менән күптән шөғөлләнә икән.

Көҫәпәй ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Айгиз Яппаровты эш урынында осратып булманы. Уның Өфөгә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығына йомош менән юлға сыҡҡанын хәбәр иттеләр. Әммә яңы ғына эш башлауын белгәс, хужалығын барып күрергә булдыҡ. Өҫтәүенә атаһы ла фермерлыҡ менән күптән шөғөлләнә икән.

Айгиз Ураҙ улы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында, ситтән тороп Ҡазан дәүләт университетында белем алған. Дипломлы белгескә ҡалала ла эш тәҡдим итәләр, әммә ул ауылды шаулы ҡала тормошона алмаштырмай. Шуға ла тыуған яғына ҡайтҡас, ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, быйыл крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошто­рорға була. Район хакимиәтенән дә егеткә ошо тармаҡты һайларға кәңәш итәләр, ярҙам булыр тип ышандыралар.

Айгиз Яппаров яҡлау, таяныс тойоп, ҙур ихласлыҡ менән эшмәкәр­леген башлап ебәрә. Йәш фермер ныҡлап малсылыҡҡа тотона. Шәхси хужалығында уның һыйыр малы ла була. Шуныһы ҡыуаныслы: ул район хакимиәте ярҙамында шул уҡ йылда “Эш башлаусы фермер” маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшә. Өс миллион һумға яҡын аҡсаға тыуған ауылында өр-яңы, заманса һөтсөлөк фермаһы төҙөп ултырта. Ул һыу, һөт үткәргестәр менән йыһазландырылған, яңы тыуған быҙауҙар өсөн айырым ҡуралар ҙа булдырылған.

– Ауылда тыуып үҫкәс, улым каникулында һәр саҡ миңә ярҙамсы булды, бергәләп бесәнен дә әҙерләй инек. Шуға ла яҙмышын малсылыҡ менән бәйләүенә үкенмәй. Етмәһә, минең был өлкәлә ниндәйҙер күләмдә эш тәжрибәм етерлек, әлбиттә, ярҙам итәм, – тине Айгиздең атаһы Ураҙ Яппаров.

Әле генә эш башлауына ҡарамаҫ­тан, егет 300 гектарҙа иген культуралары, люцерна үҫтергән. Ҡуртымға алынған ерҙәр мул уңышы менән ҡыуандырған. Техникаһы ла һынат­маған, киләсәктә иһә паркты ҡеүәтле техника менән тулыландырмаҡсы. “Ауылда фермерҙар бар, йыш ҡына баҫыу эштәрен бергәләп башҡарырға тырышабыҙ”, – ти Ураҙ Яппаров.

Бөгөн йәш фермер ике ауылдашын эш урыны менән тәьмин иткән. Ул тағы ла мал һанын арттырыу маҡ­сатын ҡуйған, үгеҙҙәрҙе иһә фәҡәт ит өсөн генә аҫрарға йыйына. “Айгиздән эш сығырҙай, өмөтлө күренә. Ауыл тормошон яҡшы белгәс, һынатмаҫ”, – ти бергә эшләгән иптәштәре.

Алдағы көндәрҙә уның ҡаҙаныш­тары-уңыштары тураһында ишетербеҙ әле.
С. ҒӘЛИН
Читайте нас: