Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2019, 11:25

Былай барһа, етеш йәшәрбеҙ

Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа тәүге пилот төбәктәр исемлегенә индерелде.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенцияларҙың федераль үҙәге” йәмғиәте директоры Николай Соломон белдереүенсә, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында тулайым төбәк продукты буйынса 10-сы урынды биләй һәм шуның өсөн дә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа тәүге пилот төбәктәре исемлегенә индерелде.
Беҙҙең республикала 354 ҙур һәм уртаса предприятие бар, уларҙың 290-ы сеймал тармаҡтарына ҡарай, һәр береһенең йыллыҡ тауар әйләнеше 800 миллион һумдан 30 миллиард һумға саҡлы тәшкил итә.
Етәксе белдереүенсә, 2024 йылға тиклем ошо милли проектты тормошҡа ашырыуға 158 компания йәлеп ителәсәк, шуларҙың 26-һына Федераль компетенциялар үҙәгенән эксперт ярҙамы күрһәтеләсәк. Проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа 12 870 кеше заман талап иткән һөнәрҙәргә өйрәтеләсәк, 2024 йылғаса мәшғүллектең инфраструктураһын да үҙгәртеп ҡороу ҡарала.
“Етештереүсәнлек” һүҙе башҡорт телендә “етеш йәшәүгә өлгәшеү” мәғәнәһенә нигеҙләнгән. Шуға күрә лә был милли проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостандың 2030 йылға саҡлы Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе буласаҡ.
Читайте нас: