29 йәшлек спецназ хеҙмәткәре һоҡланғыс пейзаждар һәм портреттар төшөрә. Иң ҡыҙығы - уның художество белеме юҡ. Ул сығышы менән Башҡортостандың Салауат районы Ҡалмактар ауылынан. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының «Гром» махсус тәғәйенләнештәге отрядында өлкән оперуполномоченный, шартлатыусы булып эшләй.
Алмаз портреттарҙы башлыса фотоһүрәттәргә ҡарап төшөрә, ә пейзаждарҙы үҙе уйлап сығара, тыуған Салауат районы тәбиғәте лә уға илһам бирә. Яңыраҡ «Гром» махсус тәғәйенләнештәге отряд бинаһында Зиннәтов стенаға органдарҙа хеҙмәт итеү эпизодтарының береһен - отрядты вертолеттан баҫыуға төшөрөү мәлен һүрәтләгән.
Һеҙгә оҡшаймы?