Эйлестан
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 19:20

Мәсетлеләр “Һөнәрселек фестивале”ндә

Бөгөн Өфөлә VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале башланы.Сарала Мәсетле районының оҫта ҡуллы апайҙары Сажиҙә Фәйзрахманова (Әбдрәхим), Тәнзилә Ғәйнетдинова (Яңы Яуыш), Гөлфиә Ниғмәтуллина (Яңы Мишәр), Мәүжиҙә Аллаярова (Дыуан-Мәсетле) ҡатнаша. Улар сара ҡунаҡтарына төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли костюмдарын тәҡдим итә.

Бөгөн Өфөлә VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале башланы.
Сарала Мәсетле районының оҫта ҡуллы апайҙары Сажиҙә Фәйзрахманова (Әбдрәхим), Тәнзилә Ғәйнетдинова (Яңы Яуыш), Гөлфиә Ниғмәтуллина (Яңы Мишәр), Мәүжиҙә Аллаярова (Дыуан-Мәсетле) ҡатнаша. Улар сара ҡунаҡтарына төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли костюмдарын тәҡдим итә.
Күргәҙмәлә республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан 250-нән ашыу, Рәсәйҙең 16 төбәгенән төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Фес­тиваль барышында фольклор коллективтары сығыш яһай, дефиле һәм этносығыш ойошторола.

Сара барышында беренсе тапҡыр “Һөнәр мәктәбе” эшләйәсәк. Теләге булған һәр кеше ысын оҫталарҙан теге йәки был сәнғәт төрөн өйрәнә ала. Йәмғеһе йөҙгә яҡын оҫталыҡ дәресе үткәрелә.

Күргәҙмә комплексында Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ижади эшмәкәрлеге йәрминкәһе уҙғарыла. Ҡунаҡтарға биҙәүестәр, галантерея, һауыт-һаба, кейем-һалым, ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар һәм сувенирҙар, туҡылған, сигелгән, күн әйберҙәр тәҡдим ителә.

Ойоштороусылар шулай уҡ бай күңел асыу программаһы әҙерләй. Дүрт көн дауам иткән күргәҙмәлә Рәсәй етештереүселәренең коллекциялары күрһәтелә, башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителә, ижади коллективтарҙың сығыш яһауы күҙаллана.
Читайте нас: