Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 11:30

Владимир Путин: Сербия менән һәр яҡлап эшләйбеҙ

Кисә Рәсәй Президенты Сербия Президенты Александр Вучич менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙәрҙән һуң, улар матбуғат конференцияһы үткәрҙе. #ВладимирПутин

Кисә Рәсәй Президенты Сербия Президенты Александр Вучич менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙәрҙән һуң, улар матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Владимир Путин осрашыу дуҫтарса, конструктив атмосферала үтеүен белдерҙе. Ике етәксе илдәр араһындағы төрлө тармаҡтағы хеҙмәттәшлек перспективалары хаҡында һөйләшкән, халыҡ-ара көнүҙәк мәсьәләләргә лә туҡталған.
- Беҙҙең илдәр халҡы Икенсе донъя һуғышында ла иңгә-иң терәп, яу юлы үтте, нацизмға ҡаршы бергә көрәште. Беҙ серб дуҫтарға был ваҡиға тарихын ҡәҙерләп һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Вучич әфәнде байрамға саҡырыуҙы ҡабул итте. Беҙ серб хәрбиҙәрен дә парадта көтәбеҙ, - тине Рәсәй Президенты.
Рәсәй-Сербия хеҙмәттәшлеге яҡшы кимәлдә. Тауар әйләнеше күләме лә арта. Беҙ Сербияға газ һатабыҙ. Улар "Төрөк ағымы" проектына ҡушылды, тиҙҙән торбалар Сербия территорияһында һалына башлаясаҡ.
- Сербияны стратегик партнерыбыҙ итеп күрәбеҙ, - ти Владимир Путин.
Александр Вучич та уны хуплай, әлбиттә. Ул осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе. Рәсәй Президентына, Сербия кеүек бәләкәй дәүләт вәкилдәренә ваҡыт табып, осрашҡаны өсөн дә рәхмәт әйтте.
Фото: Кремлин.ру
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-Serbiya-men-n--r-ya-lap-eshl-ybe-27697/
Читайте нас: