Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 13:10

Халыҡ кәсептәрен тергеҙеп

5-8 декабрҙә Өфөлә ВДНХ – Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале уҙа.Сарала республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Балаҫ һуғыусылар, ҡурай-ҡумыҙ, ағастан йәмле сувенир, ҡумта яһаусылар, кейем те­геүселәр – ниндәй генә кәсеп оҫталары юҡ бында! Ҡыйғы районы оҫталары ла үҙ эштәрен тәҡдим итте.

5-8 декабрҙә Өфөлә ВДНХ – Экспо майҙансығында VI “Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале уҙа.
Сарала республиканың барлыҡ район, ҡалаларынан төрлө һөнәрселәр ҡатнаша. Балаҫ һуғыусылар, ҡурай-ҡумыҙ, ағастан йәмле сувенир, ҡумта яһаусылар, кейем те­геүселәр – ниндәй генә кәсеп оҫталары юҡ бында! Ҡыйғы районы оҫталары ла үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Күргәҙмәгә Үрге Ҡыйғынан ағасты семәрләп биҙәү, балаҫ һуғыу оҫталары Рим Мөхәмәтдиновтың һәм Эльвира Фәйезованың, Иҫке Мөхәмәттән сигеүсе һәм милли костюмдар тегеүсе Гөлшат Вагайцева, Гөлсирә Сәғитова, Йосоптан Нәжибә Самматова, Нәсимә Йосоповаларҙың ҡул эштәре ҡуйылды.
Сараның маҡсаты – республикала халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам күрһәтеү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын халыҡ кәсептәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтеү, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын популярлаштырыу.
Читайте нас: