Эйлестан
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2019, 13:30

ПРЕЗИДЕНТ ПЕНСИЯҒА БӘЙЛЕ ДОКУМЕНТҠА ҠУЛ ҠУЙҘЫ

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020-2022 йылдарға Рәсәй Пенсия фонды бюджеты тураһында федераль законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020-2022 йылдарға Рәсәй Пенсия фонды бюджеты тураһында федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет- порталында баҫылып сыҡты.
Документҡа ярашлы фонд бюджеты 2020 йылға - 118,4 миллиард, 2021 йылға 28,5 миллиард һумға дефицит менән төҙөлгән.
Пенсия фондының килемдәре 2020 йылда 8 триллион 923,9 миллиард һум суммаһында күҙаллана (ВВП-ға ҡарата 7,9 процент). Фондтың киләһе йылға сығымдары 9 триллион 42,3 миллиард һум суммаһында булыр тип билдәләнә.
Шул уҡ ваҡытта өс йыл эсендә страховка пенсияларын индексациялау инфляцияға ҡарағанда юғарыраҡ темптар менән барасаҡ: 2020 йылда - 6,6 процентҡа, 2021 йылда - 6,3 процентҡа, 2022 йылға - 5,9 процентҡа. Уртаса страховка пенсияһы 1 мең һум тирәһенә артасаҡ, тип аңлатма бирә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы рәйесе Антон Дроздов.
Социаль пенсияларҙы индексациялау 1 апрелдән алдағы йылдағы пенсионерҙың йәшәү минимумы үҫеше күрһәткесенән сығып индексациялана: 2020 йылда - 7 процентҡа, 2021 йылда 2,6 процентҡа, 2022 йылда - 3,1 процентҡа.
Читайте нас: