Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2019, 15:00

ППМИ ярҙамында хыялдар тормошҡа аша

Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылының Х.Я. Фәткуллин исемендәге урта мәктәбендә алты ауылдан йөрөгән уҡыусылар белем ала. Мәктәптә барыһы 113 бала иҫәпләнә.

Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылының Х.Я. Фәткуллин исемендәге урта мәктәбендә алты ауылдан йөрөгән уҡыусылар белем ала. Мәктәптә барыһы 113 бала иҫәпләнә.
Һәр йылдағыса быйылғы уҡыу йылында ла мәктәптә төрлө саралар һәм тематик дәрестәр үтә. “Батырлыҡ дәресе”ндә балалар тарих уҡытыусыһы, ветераныбыҙ Дим Ишбулатов менән осрашты. “Беҙ СПИДҡа ҡаршы” асыҡ дәресе уҙҙы. Әсәйҙәр көнө, Ололар көнө кеүек байрамдарҙы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үткәрҙек. Балалар сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Республика башлығы инициативаһы менән биш көнлөк уҡыу аҙнаһы булдырылғас, һәр айҙың бер шәмбеһе иҫтә ҡалырлыҡ үтә. Мәктәптә Театр йылына арналған этно-шәмбе уҙҙы. Уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында Өфө ҡалаһынан БДАУ вәкиле менән осрашыу ойошторолдо. М. Кәримдең 100 йыллығына арналған шәмбелә уҡыусылар шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышты, “Айгөл иле” драмаһын сәхнәләштерҙе.
Быйыл мәктәптең иң тырыш уҡысыларының береһе Фирҙәүес Мөхәмәтова Мәскәүгә Кремль шыршыһына барасаҡ. Фирҙәүес яҡшы уҡыуынан тыш, матур йырлай, музыка мәктәбендә шөғөлләнә, “Урал Батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаша. Быға тиклем Кремль шыршыһында уҡыусыларыбыҙ Гөлдәр Ғилметдинова һәм Юлдаш Вәхитов булғайны.
Мәктәп 1965 йылда ҡулланыуға тапшырылған. 2016 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы белем усағының коридор тәҙрәләре алмаштырылды. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә спорт залының түбәһе ремотланды.
2020 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, мәктәптең ҡыйығын, электр селтәрен алмаштырыу, яңы люстралар ҡуйыу планлаштырыла. Ноябрь айында программала ҡатнашыу буйынса халыҡ йыйылышы үтте. Йыйылыусылар бер тауыштан был проект яҡлы булды.
Уҡыусылар, ата-әсәләр, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар, ауыл халҡы беҙҙең хыялды тормошҡа ашырырға ярҙамлашыр, тип ышанабыҙ.
Л. Ғәйнуллина, Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе директоры урынбаҫары.
Мәсетле районы.
Читайте нас: