Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 06:56

14 декабрь – Башҡорт теле көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт теле көнө" тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ҡарар буйынса "Башҡорт теле көнө" йыл һайын 14 декабрҙә – мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт теле көнө" тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ҡарар буйынса "Башҡорт теле көнө" йыл һайын 14 декабрҙә – мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнәсәк.
Әлеге ваҡытта республика район һәм ҡалаларында байрамға әҙерлек бара.
Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итте. Башҡорт телен йәш быуын араһында пропагандалау маҡсатында ойошторолған сарала балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, төрлө һөнәри, юғары белем биреү уҡыу йорто студенттары ҡатнаша ала. “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Мин башҡортса уҡыйым”, “Театрлаштырылған күренеш”, “Матур яҙыу дәфтәре” номинацияларында еңеүселәр ошо аҙна барышында билдәләнәсәк. Ярышта ҡатнашҡан ҡайһы бер эштәр менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге махсус төркөмөндә танышырға мөмкин.
14 декабрҙә Башҡорт теле көнө Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана.
Иртәнге сәғәт 10-да педагогия университетының төп корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе үткәрелә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, интернетта дәрестең онлайн-трансляцияһы була.
Баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем мәғлүмәт-күңел асыу саралары планлаштырылған. «Мега», «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәгендә теләгән һәр кем башҡорт бейеүе дәрестәрен, беҙҙеңсә мобиль ҡушымталар һәм грант проекттарыныү исем туйын ҡарай ала. Концертта башҡорт КВН командаларының сығыш яһауы көтөлә, балалар өсөн «Балалар театры» майҙансығы ойошторола.
Был көндә һәр кем башҡортса һаулыҡ һорашһын, сараларҙа ҡатнашһын!
Читайте нас: