Бөгөн Радий Хәбиров республика халҡына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны һәм традицион ғаилә ҡиммәттәре хаҡында әйтте.
«Беҙ иң мөһиме ата-әсәй булыу икәнен онотоп, матди байлыҡ - карьера, аҡса эшләү менән артыҡ мауығып киттек» — тине ул.
Шунан һуң «Минең атайым» тип аталған видеояҙма күрһәттеләр, уны ҡараған саҡта залда ултырғандарҙың күбеһе иланы.
«Беҙ агрессив, яһалма субмәҙәниәттең, уны childfree тип атайҙар, йәштәрҙе юлдан яҙҙырыуына юл ҡуя алмайбыҙ. Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, күп балалыҡ, балаларҙы изгелек, намыҫ, ғәҙел хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ закондарына таянып тәрбиәләү», - тине республика башлығы.