Бөгөн республикала буйынса 7 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә курстарҙа уҡый ала. Уҡыу өс ай дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы: яңы һөнәр үҙләштереү менән бер рәттән, әсәләргә минималь хеҙмәт хаҡына ярашлы стипендия ла түләнә.
Проект буйынса йәш әсәләр хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Программа республикала ете йыл буйы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт арауығында 3 меңгә яҡын йәш әсә эшкә урынлашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәсе, кондитер, тегенсе, дизайнер, сәс ҡырҡыусы, бухгалтер кеүек һөнәр алған.