Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 12:00

“Туған телгә 100 аҙым”

Ноябрь айында республиканың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Туған телгә 100 аҙым” акцияһына старт бирелгәйне. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында киңерәк танытыуға йүнәлтелгән.

Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 әҫәрен уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында М. Кәрим, Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, Р. Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар. Исемлеккә шулай уҡ яҡташыбыҙ шағирә Зөлфиә Ханнанованың "Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…” шиғыры ла индерелгән.
Әле был проектҡа ярашлы республика төбәктәрендә матур саралар үтә.
Читайте нас: