Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 19:10

Яңы йыл каникулдары: нисә көн ял итәбеҙ һәм ҡасан эшкә сығабыҙ

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй, шулай иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн алдағы яңы йыл каникулдары һигеҙ көн дауам итәсәк.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй, шулай иҫәптән Башҡортостан халҡы өсөн алдағы яңы йыл каникулдары һигеҙ көн дауам итәсәк.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора, тип иҫкә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
2020 йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуарҙағыһы 5 майға күсерелә.
2019 йылдың 31 декабрендә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, биш һәм алты көнлөк эш аҙналарында 2020 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары ял һәм байрам көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас в