Был һис тә көлкө түгел. Баш ҡала Һаулыҡ һаҡлау департаментының штаттан тыш баш белгесе Андрей Тяжельников киҙеү осоронда ир-атҡа һаҡал һәм мыйыҡтарҙы ҡырырға кәңәш итә. Уның әйтеүенсә, тап уларҙа вирус һәм бактериялар йәшеренеп, бик тиҙ үрсей.
Йоғошло ауырыуҙарҙы таратыуҙа биттәге йөн төктәре лә булыша, ти табип. Сәстәр бактерияларҙы эләктереп кенә ҡалмәй, уларҙы үҙендә тотҡарлай. Ҡуйы сәстәге йылылыҡ һәм дымлылыҡ уларҙың үрсеүе өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Белгестең әйтеүенсә, кеше ауырығанда еүеш бүлендектәр ауыҙ тирәләй урынлашып, яңынан сирҙе ҡуҙғытыуы ихтимал.
Әгәр ҙә һаҡал-мыйыҡтан ҡотолғоғоҙ килмәһә, тимәк, гигиена талаптарын үтәүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк, тип кәңәш итә табип.