Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 15:00

Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары һаҡланамы?

Кисәге Халыҡ-ара кеше хоҡуғы кѳнѳ билдәләнде. Ошо айҡанлы Ѳфѳлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет ултырышы үтте. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Кисәге Халыҡ-ара кеше хоҡуғы кѳнѳ билдәләнде. Ошо айҡанлы Ѳфѳлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет ултырышы үтте. Унда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет республика Башлығының быйылғы 17 сентябрҙәге 284-се Указына ярашлы булдырылды, һәм рәйесе итеп Владимир Барабаш тәғәйенләнде. Ошо ваҡыт эсендә Советтың эшсе тѳркѳмѳ туплана, фунциялары һәм составы раҫлана, сайттары булдырыла, шулай уҡ бина менән дә (Ѳфѳ ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3) тәьмин ителгәндәр.

Совет ағзалары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәмәғәтселекте борсоған күп мәсьәләләрҙе ѳйрәнгән, уларға меңдән ашыу кеше мѳрәжәғәт иткән. Комиссия менән һигеҙ тапҡыр райондарға сығып, ултырыштар уҙғарғандар. Владимир Барабаш белдереүенсә, Совет әҙ генә ваҡыт эшләһә лә, һѳҙѳмтә ҙур.

Сығыш яһаусылар тѳрлѳ мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Улар араһында Совет ағзаһы Азаман Ғәлин бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса кѳнүҙәк проблемаларҙы ҡуҙғатты. Мәҫәлән, Ѳфѳлә үҫмерҙәрҙең буш ваҡытын файҙалы үткәреү ѳсѳн бүленгән биналар маҡсатлы ҡулланылмай, унда эшләгәндәр отчетты матур яҙыу менән генә сикләнә. Мәктәптәрҙә хѳкѳм ителгән балаларҙан ҡотолоу яғын ҡарайҙар, йәғни уларҙы ѳйҙә уҡытыуға күсереп, йәмғиәттән тағы ла нығыраҡ ситләшеүҙәренә булышлыҡ итәләр, тине докладсы. Район хакимиәттәре араһынан Кѳйѳргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов йәштәр проблемаһына айырыуса ҙур иғтибар бүлеүҙәрен, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен билдәләне.

Был хаҡта мәғлүмәтте тыңлағас, Радий Хәбиров: "Был бик мѳһим мәсьәлә, иң мѳһиме – беҙ балаларҙы ҡурсаларға тейешбеҙ", - тине.

Совет ағзаһы Илдар Иҫәнғолов етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Етемдәргә сифатһыҙ, санитар ҡағиҙәләргә яуап бирмәгән йорт һәм фатир биреүгә юл ҡуйған райондарға айырым туҡталды. Араларында Бишбүләк, Краснокама, Белорет, Балаҡатай, Баймаҡ, Мәсетле, Бәләбәй, Ишембай, Архангел бар. Мәғлүм булыуынса, уларҙың ҡайһы берҙәре менән Тәфтиш комитеты шѳғѳлләнә. “Етем балаларҙың йортһоҙ булыуы уларҙы бѳтѳнләй яҡлауһыҙ итә, шул сәбәпле эскелеккә биреләләр, ғаилә ҡора алмайҙар йә насар тѳркѳмдәргә ҡушылып, тѳрмәгә эләгәләр”, - тине Илдар Иҫәнғолов.

Ултырышта республика Башлығына шулай уҡ һаулыҡ мѳмкинлектәре сикләнгәндәргә йәмәғәт транспортында йѳрѳүҙең уңайһыҙ булыуы, Ѳфѳләге тарихи ҡомартҡы объекттарҙы яҡлау, йәшәр ере булмаған граждандарҙы туҡландырыу һәм йәшәтеү урыны булдырыу, тѳрмәнән сыҡҡандарға йәмғиәттә үҙен табыуға ярҙам итеү һәм башҡа кѳнүҙәк проблемалар еткерелде.

Читайте нас в