Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 13:00

Киҙеү йоҡтормау өсөн иң ябай кәңәштәр

Һауа торошоноң берсә йылытып, берсә үтә ныҡ һалҡынайып торған мәле – һәр төрлө йоғошло ауырыуҙарға баш ҡалҡытыу өсөн иң ҡулай осор. Тап ошо ваҡытта киҙеү йоҡтороусылар һаны бермә-бер арта. Һеҙҙең иғтибарға унан һаҡланыу өсөн иң ябай кәңәштәр тәтҡдим итәбеҙ.

Һауа торошоноң берсә йылытып, берсә үтә ныҡ һалҡынайып торған мәле – һәр төрлө йоғошло ауырыуҙарға баш ҡалҡытыу өсөн иң ҡулай осор. Тап ошо ваҡытта киҙеү йоҡтороусылар һаны бермә-бер арта. Һеҙҙең иғтибарға унан һаҡланыу өсөн иң ябай кәңәштәр тәтҡдим итәбеҙ.
Иң беренсе һәм төп ҡағиҙә — кешеләр күп булған урындарға барыуҙан тыйылығыҙ. Вирус организмға танау аша ғына түгел, ҡул, ауыҙ, күҙ аша ла йоға.
Сирле кеше урамда, магазинда, транспортта, йәғни ҡайҙа ғына булмаһын, вирус тарата. Сәләмәт кеше ул тотонған әйбергә ҡулы менән тейеп, артабан вирусты ауыҙына, танауына йәки күҙенә эләктерә. Шуға күрә киләһе мөһим кәңәш: ҡулығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.
Көн һайын мотлаҡ 30-45 минут йәйәү йөрөгөҙ. Ошо ваҡыт эсендә ҡан бәләкәй һәм ҙур ҡан әйләнеше системаһы аша үтеп өлгөрә, кислород менән байый.
Модаға ярашлы түгел, ә һауа торошона ҡарап кейенегеҙ, йылыраҡ кейем һайлағыҙ.
Сәләмәтлек өсөн йоҡоноң туйыуы ла мөһим.
Саф һауала гимнастик күнекмәләр эшләү, йәйәү йөрөү, урында торған килеш «йүгереү» файҙалы.
Шифалы эсемлектәрҙе күберәк эсегеҙ. Сәй, компот, төнәтмәләр, минераль һыу — барыһы ла бара, әммә әскелтем эсемлектәргә өҫтөнлөк биреү яҡшыраҡ. Был маҡсатта көртмәле, ҡарағат, лимон кислотаһы ҡулланырға мөмкин. Һалҡын тейеүгә ҡаршы халыҡ дауаларынан ҡурай еләге, бал йәки лимон менән эҫе сәй эсеү һөҙөмтәле. Ашаған ризығығыҙға һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос өҫтәгеҙ.
Ауырыр алдынан аппетит насарая. Көсләп ашарға ярамай, әммә организм хәлһеҙләнмәһен өсөн аҙ-аҙлап туҡланырға кәрәк. Еңел үҙәлештерелгән, шыйыҡ, углеводтарға һәм витаминдарға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
Сәләмәт булығыҙ, киҙеү кеүек сирҙәр һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы урап үтһен!
Читайте нас: