Был ризыҡ, һис шикһеҙ, киске табынығыҙҙы йәмләп ебәрер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн беҙгә ярты килограмм ҡатлаулы сөсө ҡамыр, бер банка балыҡ шпроты, 3-4 баш һуған, бешкән өс, бешмәгән бер йомортҡа, майонез кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә эслек әҙерләйбеҙ. Һуғанды түңәрәкләп нәҙек итеп киҫәбеҙ ҙә, маринад өҫтәп, ярты сәғәткә ҡалдырабыҙ. Маринад өсөн өс аш ҡалағы туғыҙ процентлы һеркә, шулай уҡ өсәр аш ҡалағы һыу, шәкәр кәрәк.
Артабан йомортҡаны түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Шпроттағы балыҡтың ҡойроҡтарын алабыҙ.
Хәҙер тышлыҡҡа тотонабыҙ. Ҡатламлы ҡамырҙы квадрат формаһында 8х8 сантиметр ҙурлығында ҡырҡып сығабыҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы йәйәбеҙ. Квадратлап киҫелгән ҡамырға башта һуған, өҫтөнә ҡатлап йомортҡа түңәрәген, уның өҫтөнә балыҡты һалабыҙ. Ҡамырҙы ике яҡтан йәбештерәбеҙ. Өҫтәре алһыу булып бешһен өсөн өҫтәренә йомортҡа һарыһы менән һөт йәки майонез ҡатнашмаһын һөртөп, мейестә 200 градуста 15-20 минут бешереп алабыҙ.