Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 22:20

Мәктәптә балаңды йәберләмәйҙәрме?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәктәптәрҙә балаларҙың бер-береһен йәберләү осраҡтары күҙәтелә. Бына ошондай йәмһеҙ күренеш хатта уҡытыусы менән уҡыусы араһында ла осрай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәктәптәрҙә балаларҙың бер-береһен йәберләү осраҡтары күҙәтелә. Бына ошондай йәмһеҙ күренеш хатта уҡытыусы менән уҡыусы араһында ла осрай.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ысынлап та, мәктәптәрҙә балаларҙың – тиҫтерҙәре, хатта уҡыусыларҙың уҡытыусылар менән бер-береһен кәмһетеү, юрамал бәйләнеү осраҡтары бар. Был хаҡта республика Йәмәғәт палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлекте һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе Лида Исәргәкова һөйләгән.
Әйткәндәй, быйыл февралдән “Эргәлә бул” проекты тормошҡа ашырыла. Ул мәғариф ойошмаларында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йәберләүҙе (“буллинг”) иҫкәртеү, ошо проблеманың көнүҙәк икәнлеген күрһәтеү өсөн булдырылған. Был сараға 2020 йылдың февралендә йомғаҡ яһаласаҡ. “Уҡытыусы йылына бер тапҡыр булһа ла үҙенең эш планына буллинг осраҡтарын иҫкәртеү буйынса бер юл булһа ла теркәргә тейеш”, – ти Лида Исәргәкова.
Ғаиләлә иғтибар етмәһә, ата-әсә, шулай уҡ уҡытыусы, класс етәксеһе, шул иҫәптән мәктәп психологы менән бала араһында бер-береһенә ышаныу тойғолары булмаһа, балалар үҙенә иғтибар йәлеп итеү өсөн низағ сығарырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Үҫмерҙәр алдан иҫкәртеп булырлыҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында әйтә һалмай. Һөҙөмтәлә ҡот осҡос хәлдәр, шул иҫәптән суицид осраҡтары ла булғылай.
Хәҙер, белгестәр белдереүенсә, педагогтарҙың һөҙөмтәле эшләүен Берҙәм дәүләт имтихандары балдары билдәләй. Шуға балалар менән ныҡлап аралашыу өсөн хатта ваҡыт ҡалмай.
Читайте нас: