Табип күп ауырыуҙар менән аралашып, уларға бик аҙ ғына йәшәргә ҡалғанын асыҡлаған. Тик йәшәү рәүешен үҙгәртеү һөҙөмтәһендә улар ғүмерҙәрен оҙайтып ҡына ҡалмаған, ә хәлдәрен дә яҡшыртҡан. Тернерҙың әйтеүенсә, рациондың яртыһы емеш һәм йәшелсәнән тороуы ауырыуҙарҙың ғына түгел, һау-сәләмәт кешеләрҙең дә ғүмер оҙайлығын арттырған.
Табип нимә ашарға тәҡдим итә? Сельдерей, татлы борос, һуған, салат, грейпфрут, томат, борсаҡлылар, йөҙөм, банан һәм авокадо. Бынан тыш, үлән сәйҙәре эсеү файҙалы. Иң мөһиме, насар, ауыр уйҙарҙы ҡыуығыҙ, негативтан ҡотолоғоҙ, тип кәңәш итә эксперт.