Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 18:00

Тағы ла банкоматты талағандар

Сигнализация эшләгәс, һаҡсылар 3 минут эсендә килеп сыҡһа ла, бурҙарҙы тота алмаған.

Банкоматтарҙы талау ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара , буғай.
Өфөлә билдәһеҙҙәр «Россельхозбанк»тың банкоматынан 3 млн һум аҡса урлаған.
Улар тәүҙә терминалды шартлатҡан һәм тиҙ генә уның эсендә аҡсалар ятҡан өс кассетаны алып ҡасҡан. Һәр береһендә 950-шәр мең аҡса һалынған булған. Сигнализация эшләгәс, һаҡсылар 3 минут эсендә килеп сыҡһа ла, бурҙарҙы тота алмаған.
Был енәйәт алдан уйланылып эшләнгән, күрәһең.
Читайте нас в